Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 13:18

Һөйгәненә бысаҡ ҡаҙаны

Учалы ауылында аяныслы енәйәт тикшерелә

Был ваҡиға ҡатын-ҡыҙҙар байрамында булһа ла, БР буйынса эске эштәр министрлығы ошо хаҡта әле генә хәбәр итте.
Учалы ауылында көн күргән 36 йәшлек ҡатын 40 йәшлек иренең һөйәркәһе булыуы тураһында ишетеп ҡала (әллә ысын, әллә юҡ - уныһын белмәйбеҙ). Шулай ҙа, ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн белмәмеш булып тота үҙен сабыр ҡатын.
Ә бына 8 март әхирәте менән кафеға баралар, спиртлы котейль эсәләр. Фәҡәт хәмер контролде юғалтыуға килтергәндер инде: өйөнә ҡайта ла, ирен хыянатта ғәйеләп ыҙғыш сығара.
Төндә был ҡатын ҡапҡылап алырға була, тип хәбәр ителде, өҫтәлдә икмәк телә башлай. Шул саҡ янына ире килә. Ҡатын уның эсенә бысаҡ ҡаҙағанды үҙе лә абайламай ҡала! Шундуҡ ҡатын аңына килеп ярҙам күрһәтә башлай, әле лә, дауаханаға барып тормош иптәшен хәстәрләй, ти.
Ике яҡ та был фажиғәнән һабаҡ алғандыр, ҡатынды ҡаты язаға тарттырмаҫтар, тигән өмөттә ҡалабыҙ - ир-менән ҡатын аңлашыу ғына түгел бит был, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: