Тәфтишселәр фаразы буйынса, был ҡатын 2019 йылдың октябрь айында кассанан 148 мең һум ала ла, үҙ белдеге менән тотона. Бынан тыш, почтала һатылған тауарҙарҙы халыҡҡа бурысҡа тарата ла, тегеләр хәжәтте килтергәс, аҡсаны үҙләштергән, ти. Ошо арҡала “Рәсәй почтаһы” предприятиеһына 300 мең һумдан ашыу зыян яһалыуы ихтимал.