Башҡортостанда Тоталь диктантҡа әҙерлек башланды. Федераль почта операторы илебеҙҙең 541 ҡала һәм ауылдарына 300 мең ручка ебәрә. Тоталь диктантты уҙғарыу өсөн Башҡортостанға 5690 ручка килтерелә. Уларҙан 5250-һе күк төҫтә, улар диктант яҙыусылар өсөн, 440-ы ҡыҙыл төҫтә, улары диктанттарҙы тикшереүселәр өсөн. Республикала ручкалар 13 ауыл һәм ҡалаларҙы таратыла. Иң күбе – 2300 дана - Өфө ҡалаһы өсөн төғәйенләнгән. Бынан тыш, ручкалар Учалы, Салауат, Мәләүез, Белорет, Күмертау, Нефтекама, Бәләбәй, Раевка, Федоровка һәм Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылдарына килтереләсәк. “Быйыл тоталь диктант яҙыусылар бер төрлө ручка менән файҙаланасаҡ. Был Рәсәй почтаһы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла”, - тип белдерҙе проект етәксеһе Ольга Ребковец. Тоталь диктант яҙыу 4 апрелгә билдәләнгән. Майҙансыҡтарҙа теркәлеү акцияға 10 көн ҡалғас, йәғни 25 мартта башланасаҡ. Проектҡа totaldict.ru сайтында, онлайн-мәктәптә йәки махсус курстарҙа әҙерләнергә була.
Райондың мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалабыҙҙа Тоталь диктант яҙыу майҙансығы 1-се Башҡорт лицейында урынлашасаҡ (Мортазин урамы, 20). Сараның муниципаль координаторы Зөлфиә Фридриховна Ғафарова (тел.6-12-89).