БР Милли банкынан хәбәр итәләр - әйләнештә ялған аҡсалар күбәйә бара. 80 проценты – 5 мең һумлыҡ купюралар, ти. Ундай эре аҡса менән эш иткәндә айырыуса һаҡ булығыҙ. Һирәк-һаяҡ ялған 100, 200, 500 һумлыҡтар ҙа килеп сыға икән, ә бер генә булһа ла 10 һумлыҡ аҡсаны фальсификациялау асыҡланмай - күрәһең, әтмәләү ҡиммәтерәккә төшәлер. Былтыр республикала ялған доллар менән евро купюралары 6 осраҡта теркәлгән. Аҡсаның ялған булыуына шик тыуған осраҡта уны банктың ҡулаҡса менән эшләгән бүлегенә экспертизаға тапшырырға кәрәк; әгәр аҡса ысынлап та ялған икән, шундуҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү зарур, тип кәңәш бирәләр Башҡортостандың Милли банкында.