Яйыҡ
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 17:00

"Зебра" кексы

Гөлгөнә Байегетованан " Зебра"Сәйгә нимә бешерергә белмәһәң - тиҙ генә арала кекс "Зебра" бешереп алырға ла мөмкин. Бының өсөн күп нәмә кәрәкмәй, ни бары :-.500 г. кефир- 1 стакан шәкәр ҡомо- 4 йомортҡа- 1 сәй ҡалағы сода, уны һүндереү кәрәкмәй, кефирҙа үҙе һүнә,- 0.5 стакан көнбағыш майы- 1.5 стакан тирәһе он, уныһын үҙегеҙ самалап алығыҙ, әллә ни ҡуйы ла, үтә ныҡ шыйыҡ та булмаһын.

Гөлгөнә Байегетованан " Зебра"Сәйгә нимә бешерергә белмәһәң - тиҙ генә арала кекс "Зебра" бешереп алырға ла мөмкин. Бының өсөн күп нәмә кәрәкмәй, ни бары :-.500 г. кефир- 1 стакан шәкәр ҡомо- 4 йомортҡа- 1 сәй ҡалағы сода, уны һүндереү кәрәкмәй, кефирҙа үҙе һүнә,- 0.5 стакан көнбағыш майы- 1.5 стакан тирәһе он, уныһын үҙегеҙ самалап алығыҙ, әллә ни ҡуйы ла, үтә ныҡ шыйыҡ та булмаһын.Бөтәһен дә бергә ҡушып венчик йәки миксер менән болғарға.Ике тигеҙ өлөшкә бүлергә, бер өлөшөнә какао ҡушып болғарға, күпме теләйһегеҙ шулай күләмдә, мин куп кенә һалдым, 4-5 аш ҡалағы тирә.Майлы табаға аш ҡалағы менән табаның уртаһына ғына өҫтө - өҫтөнә шыйыҡ ҡамырҙы һалып тик барырға. Ҡамырҙы һалып бөткәс, һүрәттәге кеүек матур биҙәкте эшләр өсөн, зубочистка менән уртаһынан ситкә ҡарай һыҙып сығырға, һыҙыҡтарҙың аралары ныҡ яҡын булмаһын, шунан шул һыҙыҡтар араһынан таба ситенән уртаға ҡарай киренән һыҙып сығыр кәрәк, матур булып сыға!.Ҡыҙыу духовкала бешереп алырға, бешкәнлеген бысаҡ менән сәнсеп йәки зубочистка м-н төртөп тикшереп ҡарарға.
Читайте нас