Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы рәсми рәүештә коронавирусты пандемия тип иғлан итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 114 илдә 120 меңдән ашыу кеше коронавирус сирҙе йоҡторған, 4400 самаһы үлгән, 66 меңгә яҡыны һауыҡҡан. Рәсәйҙә COVID-19 менән зарарланыуҙың 28 осрағы асыҡланған. Рәсәй Хөкүмәте Италияға, Германияға, Францияға һәм Испанияға авиарейстарҙы сикләне. Унда Шереметьево аэропортынан ғына осорға мөмкин. Шулай уҡ итальяндарға туристик визалар биреү ваҡытлыса тыйылған, ә Рәсәй төбәктәре властарына күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыуҙы кәметергә тәҡдим иттеләр.