Баш ҡалала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Республика конкурсы Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында ике номинацияла уҙғарылды: иң шәп шиғри әҫәрҙәр («Башҡортостан беҙҙән башлана») һәм иң шәп проза әҫәрҙәре («Ижади ҡомар»).
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, шиғри конкурста беренсе урынды Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Альмира Ҡаҙаҡбаева яуланы. Икенсе урынды Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатынан Нәркәс Сәфетдинова һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия-интернатынан Вәсилә Хәкимова бүлеште. Өсөнсө урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Арыҫлан Ҡотлобаев, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Нәсимә Нәбиуллина, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейынан Йәмил Сәйҙәлиев алды.
«Ижад ҡомары» әҙәби конкурсы еңеүселәре – Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһынан Алмас Абдрахманов, Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Алһыу Мәснәүиева, Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Динә Сәлихова һәм Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Сөмбөл Йосопова.