Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты вуздың конференцияһы сиктәрендә экология тармағында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров республикабыҙҙа “Экология” милли проектының төбәк проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы саралар тураһында һөйләне. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Экология” милли проектының өҫтөнлөклө мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тармағында заманса инфраструктураны, экологик мониторинг системаһын үҫтерергә, эре сәнәғәт предприятиеларын заманса технологияларға күсерергә, сүпте айырым йыйыу системаһын индерергә кәрәк. Экология ведомствоһы һәм аграр вуз осрашыуы йомғаҡтары буйынса экология тармағында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү - “Экология” милли проектының төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле эшкә ҙур аҙым.