14 март ҡараңғы төшкәс Учалы ҡалаһының Иманғол урамында “Лада Приора” йәйәүлене тапатты. Юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә 44 йәшлек ауыл кешеһе ныҡ имәгәнә, дауаханаға алып барғас йән бирә, тип белдерҙе республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов. Тәфтиш бара. Руль артында ултырған бәндә автомобилде иҫерек йөрөткән өсөн транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған, тип тә хәбәр ителде....