Миллиардер Олег Дерипаска Рәсәйҙә тулы карантин иғлан итергә саҡырҙы: 60 көнгә дәүләт сиге аша бер кемде лә үткәрмәҫкә, халыҡ күп ҡатнашҡан бөтә сараларҙы кисектереп торорға. “Илебеҙ эпидемияға әҙер түгел – кешеләр артыҡ вайымһыҙ, һаҡһыҙ бит беҙҙә, - тип нигеҙләй фекерен, - Ашығыс саралар күрелмәһә, коронавирус ил өсөн 1991 йылдағы һымаҡ (йәғни, Советтар Союзы тарҡалғандағы кеүек – Авт.) ауыр эҙемтәләр килтерәсәк”.