#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#БашкортостанҠариҙел районының Ҡортлокүл ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгиз Исламов бер нисә эшҡыуар менән берләшеп, 2018 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә “Ҡариҙел үләндәре” ҡулланыусылар кооперативы ойоштора. Кооператив шифалы үләндәр йыйыу, киптереү, ҡаптарға тултырыу менән шөғөлләнә, Улар дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашып, ике миллион һумлыҡ грант ота. Был аҡсаға ике киптергес, турағыс һәм бүтән ҡорамалдар һатып алалар. Әле бында 26 төрлө үлән йыялар. “Ҡариҙел үләндәре” тигән бренд аҫтында улар Өфө, Бөрө ҡалаларындағы магазиндарға, район сауҙа селтәрҙәренә сығарыла. Киләсәктә кооператив төрлө үләндәрҙе бергә ҡушыу һәм төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Үлән сәйҙәрен шулай уҡ фильтр-пакеттарҙа сығарыу күҙаллана. Әйткәндәй, һуңғы ике йылда килемде арттырыуға булышлыҡ иткән проекттар нигеҙендә республикала 224 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән. Башҡортостан ҡаҙнаһынан 600 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. "Башҡортостан".