Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 10:45

Программа уңышлы эшләй

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында стоматология кабинеты асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Белеүебеҙсә, республика Башлығы Радий Хәбиров ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушты. Шулай, “Мәғариф” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙәБаймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды. Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында ҡаланың башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар ҡабул ителәсәк. "Башҡортостан".Фото: Баймак район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: