Улар коронавирус йоҡторған сирлеләрҙе дауалауҙа ҡулланыла. Республикаға өҫтәмә ҡорамалдар алыу тураһында ла ҡарар ҡабул ителгән. Башҡортостанда коронавирус менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән. Сит илдән ҡайтҡан кешеләр табип күҙәтеүе аҫтында ҡала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылды. 8-347-286-58-27 һандары буйынса инфекцияға бәйле һорауҙарға яуап табырға була. Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһе ҡабул ителә.