Коронавирус сәбәпле сауҙала өҙөклөктәр булыр, тип халыҡ ҡурҡа буғай. Айырыуса Мәсәкәү, Петербург ҡалаларында консервы, ярма, макарон изделиелары кеүек оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек байтаҡҡа күберәк алына башлаған. Беҙҙә быға юл ҡуйылмаҫ, тип өмөт итәйек, ә бына ҡайһы бер Европа илдәре магазиндарында кәштәләр бушай башлаған тип тә ишетелә.