Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы майонез, 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк буласаҡ. Ҡамырҙы баҫҡандан һуң 20 минут ял иттерәбеҙ.Эслеккә фарш, ваҡлап туралған картуф, күп итеп һуған, самалап борос, тоҙ һалырға. Уға тиклем ҡамыр ҙа әҙер була. Бәлеш эшләп, ситтәрен матуритеп бөгөп мейескә оҙатырға. Аштарығыҙ тәмле булһын!