Учалы районының иң билдәле һәм иң йәмле урындарының береһе — Ирәмәл тауы. 1582 метр бейеклеге менән күккә барып тоташҡан мөһабәт тау – “ял итеүселәр мәккәһе”. Йыл һайын Ирәмәл тауын күрергә меңләгән турист килә. Көньяҡ Уралдың иң күркәм тауҙарының береһе булған бейеклек итәгенән тиҫтәләгән йылға башлана (Тығын, Синәк, Ҙур Аунар, Ҡарағайлы, Түләк һ.б.), шул иҫәптән Башҡортостан символына әүерелгән Ағиҙел дә. Тауҙың тирә-яғын Уралдың ҡуйы урмандары уратып алған. Улар 3 дүңгәләк яһай: беренсеһе ҡатнаш урманлы, бында ҡышын аҡ шыршылар, йәйен боланут әрәмәлеге үҫә. Икенсеһе мәрмәр һарайҙар диуарына оҡшаған, шыршы һәм ҡарағастар менән ҡапланҡан. Өсөнсөһө бейегерәктә урынлашҡан, нимәһемендер джунгли ерҙәренә оҡшаған. Бында ҡымыҙлыҡ һәм башҡа төрлө шифалы үҫемлектәр бик күп. Өсөнсө дүңгәләктән һуң Ирәмәл тауы матурлығына тап булаһың. Тау хаҡында легенда-риүәйәттәр әле лә йәшәй. Борон Ирәмәл ерҙәрен төрки халыҡ биләгән булған. Боронғо төрки телендә “ирәмәл” – “кешегә көс бирә торған урын” тигәнде аңлата. Шунан ҡалған да инде “ирәмәл” атамаһы. Ә Ирәмәл битләүендә урынлашҡан (200 йыл элек барлыҡҡа килгән) Түлек йылғаһы “теләк” тигәндән килеп сыҡҡан. Ошо риүәйәттәр нигеҙендә тағы бер легенда нигеҙ алған: тауҙың башында бар теләктәр ҡабул була тип и:әпләнә. Әммә кешенең күңеле саф, таҙа булырға тейеш, насар уйлы, йүнһеҙ кешеләрҙе тау йендәре ҡабул итмәй икән. Шулай итеп, бөйөк һәм бейек Ирәмәл — ҡеүәтле ыңғай энергия сығанағы, кем унда аяҡ баҫа — шул үҙенең тормошоноң яңы битен аса. (дауамы бар)#учалырайоны#учалинскийрайон Королева Д.С. Фәнни етәксеһе: Харрасова Э.Т.