Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 11:05

"Фермер продукттары йәрминкәһе"

Өфөлә «АгроКомплекс» республика районындағы фермала һыйыр һауыу ҡулайламаһын сафҡа индереү менән асылды

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Өфөлә «АгроКомплекс» республика районындағы фермала һауыу ҡулайламаһын сафҡа индереү менән асылды
Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «АгроКомплекс» күргәҙмәһен асты. Кисә республика хөкүмәте күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы тыйһа ла, юғары әҙерлекле күргәҙмәне үткәрергә хәл ителде. Уға илдең 30 төбәгенән 350-нән ашыу компания килде. Күргәҙмәнең яңы йүнәлештәренең береһе – урындағы фермерҙарҙың һәм ауыл хужалығы кооперативтарының, шулай уҡ республика агрокомпанияларының тауарҙарын берләштергән «Фермер продукттары йәрминкәһе». Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика етәксеһе күргәҙмәне асыу тантанаһында яңы производствоны сафҡа индереү традицияһын башлап ебәреүен белдерҙе. Видеобәйләнеш буйынса Ҡалтасы районындағы «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт-тауар фермаһында һауыу ҡулайламаһы сафҡа индерелде. Компания 5 мең башҡа иҫәпләнгән ферма төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме — 2,3 миллиард һум.
"Башинформ".
Читайте нас