— Айырылырға теләүеңден сәбәбе ниҙә? — тип һорай хәҙрәт. — Бөтәһенең дә ирҙәре өйҙәренә ваҡытында ҡайталар, ә минеке иһә һаман һуңға ҡалып ҡайта. Шул сәбәпле көн һайын тиерлек өйҙә тауыш сыға. Әбү Хәнифә, ғәжәпкә ҡалып: —Айырылырға теләүеңден сәбәбе, иреңден өйгә һуңға ҡалып ҡайтыуында ғынамы ?— тип һорай. — Эйе, бындай кәмселеккә эйә булған ир менән йәшәргә теләмәйем. Башҡа ирләр кеүек ваҡытында ҡайтһын, — тип яуап бирә ҡатын. — Айырыуын айырырмын, әммә бер шартым бар: өйөңә ҡайт, ҙур, тәмле икмәк бешереп, миңә алып кил. Икмәкте бешергән ваҡытта бер әйберне лә өйөңдән алма: тоҙон да, һыуын да, онон да, йомортҡаһын да, һөтөн дә күрше - тирә ҡатындарынан һорап ал.Сәбәбен дә аңлат уларға, — тине Әбү Хәнифә. Был ҡатын өйөнә ҡайтып китә. Күрше ҡатынына кереп: — Эй, Мәрйәм, бер һауыт һыу биреп тор әле, — ти. Күршеһе: — Һыуығыҙ бөттөмө әллә? Һеҙҙең ишек алдығыҙҙа ҡойо бар ине түгелме? — тип һорап ҡуя. — Һыуыбыҙ бар барын.Иремдән зарланып, хәҙрәт янына:" Мине иремдән айыр ",— тип барған инем, — тип әйтеүгә, күршеһе Мәрйәм: — Эй, һин минең иремде белһәң! —тип, иренән зарлана башлай. Шунан һуң ҡатын икенсе күршеһе Асия янына тоҙ һорап керә. — Нимә, тоҙоң бөттөмө әллә? Бер ҡашыҡ тоҙ һорап кергәнһең, — ти күршеһе. — Тоҙобоҙ бар барын, әммә иремдән зарланып, хәҙрәт янына:" Иремдән айыр ", тип барған инем, — тип әйтеүгә, күршеһе Асия: — Эй, һин минең иремде белһәң! — тип, оҙаҡ ҡына иренән зарлана. Шулай итеп, был ҡатын ҡайһы ғына ҡатын янына әйбер һорап кермәһен, барыһының да ирләренән зарланыуын ишетә.Икмәкте бик ҙур, тәмле итеп бешерә. Хәҙрәт янына алып барып был икмәкте, уның ҡулына тоттора. — Эй, хәҙрәт, рәхмәт һиңә, икмәкте ғаиләң менән тәмле итеп аша. Әммә мине иремдән айыра күрмә. — Нигә, нимә булды, ҡыҙым? — тип һлрай хәҙрәт ҡатындан. — Минең ирем бөтәһенең ирҙәренән дә һәйбәтерәк икән, — тип яуап ҡайтара ул. Пәйғәмбәребеҙ ( с.ғ.в.):" Бай булһа ла, ире булмаған ҡатын һәм шулай уҡ, бай булһа ла, ҡатыны булмаған ир — меҫкендәрҙер ", — тип әйтәМәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин — Айырылырға теләүеңден сәбәбе ниҙә? — тип һорай хәҙрәт. — Бөтәһенең дә ирҙәре өйҙәренә ваҡытында ҡайталар, ә минеке иһә һаман һуңға ҡалып ҡайта. Шул сәбәпле көн һайын тиерлек өйҙә тауыш сыға. Әбү Хәнифә, ғәжәпкә ҡалып: —Айырылырға теләүеңден сәбәбе, иреңден өйгә һуңға ҡалып ҡайтыуында ғынамы ?— тип һорай. — Эйе, бындай кәмселеккә эйә булған ир менән йәшәргә теләмәйем. Башҡа ирләр кеүек ваҡытында ҡайтһын, — тип яуап бирә ҡатын. — Айырыуын айырырмын, әммә бер шартым бар: өйөңә ҡайт, ҙур, тәмле икмәк бешереп, миңә алып кил. Икмәкте бешергән ваҡытта бер әйберне лә өйөңдән алма: тоҙон да, һыуын да, онон да, йомортҡаһын да, һөтөн дә күрше - тирә ҡатындарынан һорап ал.Сәбәбен дә аңлат уларға, — тине Әбү Хәнифә. Был ҡатын өйөнә ҡайтып китә. Күрше ҡатынына кереп: — Эй, Мәрйәм, бер һауыт һыу биреп тор әле, — ти. Күршеһе: — Һыуығыҙ бөттөмө әллә? Һеҙҙең ишек алдығыҙҙа ҡойо бар ине түгелме? — тип һорап ҡуя. — Һыуыбыҙ бар барын.Иремдән зарланып, хәҙрәт янына:" Мине иремдән айыр ",— тип барған инем, — тип әйтеүгә, күршеһе Мәрйәм: — Эй, һин минең иремде белһәң! —тип, иренән зарлана башлай. Шунан һуң ҡатын икенсе күршеһе Асия янына тоҙ һорап керә. — Нимә, тоҙоң бөттөмө әллә? Бер ҡашыҡ тоҙ һорап кергәнһең, — ти күршеһе. — Тоҙобоҙ бар барын, әммә иремдән зарланып, хәҙрәт янына:" Иремдән айыр ", тип барған инем, — тип әйтеүгә, күршеһе Асия: — Эй, һин минең иремде белһәң! — тип, оҙаҡ ҡына иренән зарлана. Шулай итеп, был ҡатын ҡайһы ғына ҡатын янына әйбер һорап кермәһен, барыһының да ирләренән зарланыуын ишетә.Икмәкте бик ҙур, тәмле итеп бешерә. Хәҙрәт янына алып барып был икмәкте, уның ҡулына тоттора. — Эй, хәҙрәт, рәхмәт һиңә, икмәкте ғаиләң менән тәмле итеп аша. Әммә мине иремдән айыра күрмә. — Нигә, нимә булды, ҡыҙым? — тип һлрай хәҙрәт ҡатындан. — Минең ирем бөтәһенең ирҙәренән дә һәйбәтерәк икән, — тип яуап ҡайтара ул. Пәйғәмбәребеҙ ( с.ғ.в.):" Бай булһа ла, ире булмаған ҡатын һәм шулай уҡ, бай булһа ла, ҡатыны булмаған ир — меҫкендәрҙер ", — тип әйтәМәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин