Яйыҡ
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 15:40

Миллион түгел, 51 рауза...

Өфөлә йәшәүсе ҡатын 51 сәскәнән торған гөлләмә һатып алырға заказ эшләгән (хаҡы өс мең һумдан ашыу) һәм раузаларҙы килтерергә таксисты яллаған. Ир раузаларҙы магазиндан алған да, заказсыға алып бармаған - урамдағы кешеләргә һатып ебәргән. Ҡатын гөлләмәне килтереүҙәрен көтөп-көтөп ялҡҡас, үҙе сәскә магазинына килгән. Һатыусы заказдың үтәлеүен - гөлләмәне таксистың алыуын раҫлаған. Ни булғанын аңлап ҡалған ҡатындар полицияға мөрәжәғәт иткән. Әлбиттә, сәскә бурын тотҡандар. Элек хөкөмгә тарттырылған 24 йәшлек егет Орджоникидзе районынан. Ул гөлләмәне һатыуҙан килгән аҡсаны тотоноп та өлгөргән. Егеткә ҡарата РФ ЕК 159-сы ст. "Мутлыҡ" буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә йәшәүсе ҡатын 51 сәскәнән торған гөлләмә һатып алырға заказ эшләгән (хаҡы өс мең һумдан ашыу) һәм раузаларҙы килтерергә таксисты яллаған. Ир раузаларҙы магазиндан алған да, заказсыға алып бармаған - урамдағы кешеләргә һатып ебәргән.
Ҡатын гөлләмәне килтереүҙәрен көтөп-көтөп ялҡҡас, үҙе сәскә магазинына килгән.
Һатыусы заказдың үтәлеүен - гөлләмәне таксистың алыуын раҫлаған.
Ни булғанын аңлап ҡалған ҡатындар полицияға мөрәжәғәт иткән.
Әлбиттә, сәскә бурын тотҡандар.
Элек хөкөмгә тарттырылған 24 йәшлек егет Орджоникидзе районынан. Ул гөлләмәне һатыуҙан килгән аҡсаны тотоноп та өлгөргән.
Егеткә ҡарата РФ ЕК 159-сы ст. "Мутлыҡ" буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
"Йәшлек".
Читайте нас