Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 11:48

Ҡоро ҡалырбыҙ микән?

Коронавирус фольклорға ҡаршы сыға буғай.

18 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтергә тейеш ине.
Хөкүмәт президиумы ултырышында БР премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирустың таралыу арҡаһында Өфөлә Фольклориаданы бөтөнләй уҙғармау йәки күсереү ихтималлығы тураһында хәбәр иткән..
Аныҡ ҡарар май айында Мексикалағы ултырышта ҡабул ителәсәк, ти
«Беҙ һаҡлыҡ күрһәтәбеҙ. Әлегә финанслауға тотонмайбыҙ. Уҙғарыу ихтималлығы аҙ», — тип Андрей Назаровтың һүҙҙәрен килтерә “Башинформ” агентлығы. Ярар, бындай хәүефле мәлдә зараза таратып йөрөүселәрҙең аҙыраҡ булыуы хәйерле..
Читайте нас: