Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 15:40

Поездан төшөрөп ҡалдырғандар

Башҡортостанға ҡайтып барған яҡташтарыбыҙҙы, дәүләттәр араһында сик буйы ябылыу һөҙөмтәһендә, поездан төшөрөп ҡалдырғандар.

Үзбәкстан менән Ҡаҙағстан сигендә тотҡарланған яҡташтарыбыҙға республика етәкселеге ваҡытында ярҙам күрһәтте. Туристар коронавирустың бөтә донъяла таралыуы менән бәйле ҡатмарлы хәлгә юлыҡҡан ине.
Башҡортостанға ҡайтып барған яҡташтарыбыҙҙы, дәүләттәр араһында сик буйы ябылыу һөҙөмтәһендә, поездан төшөрөп ҡалдырғандар. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Ҡаҙағстандағы Рәсәй вәкиллеге менән ашығыс рәүештә бәйләнешкә инеп, дипломатик һөйләшеүҙәр барышында мәсьәләне хәл итеү юлын тапҡан.
15 кешенән торған төркөмдө автобус менән тәүҙә - Аҡтүбә ҡалаһына, аҙаҡ Ырымбур сигендәге Соль-Илецк ҡалаһына килтергәндәр. Унда уларҙы Өфөгә илткән автобус ҡаршылай.
Ҡаҙағстандағы башҡорт ҡоролтайы ағзаларына ла ҙур рәхмәт, төркөмдө ҡаршылап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер инеләр. ”Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйткәнсә, беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, - тип аңлаттылар хәлде Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә.
Читайте нас: