Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 19:25

Тауыш биреү көнө күсерелерме?

Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 22 апрелдә үтергә тейеш. Әммә донъялағы ябай булмаған эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп уның ваҡыты күсерелеүе лә ихтимал

Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 22 апрелдә үтергә тейеш. Әммә донъялағы ябай булмаған эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп уның ваҡыты күсерелеүе лә ихтимал. Ул Владимир Лениндың тыуған көнөндә – 22 апрелдә уҙырға тейеш. Был көн шаршамбыға тура килгәс, ул ял көнө итеп иғлан ителә.
Президент Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашҡанда тауыш биреүгә ҡағылышлы бер нескәлекте лә әйтеп китте.
– Донъялағы ябай булмаған эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, беҙҙә башҡа илдәрҙәге кеүек хәл киҫкен тормаһа ла, әгәр илдә дөйөм хәл-торош ошондай сараларҙы үткәреүгә булышлыҡ иткән осраҡта ғына тауыш биреүҙе үткәрәсәкбеҙ. Төп законға төҙәтмәләр индереү ни тиклем мөһим булһа ла, беҙҙең граждандар һаулығы һәм ғүмеренән өҫтөн бер нәмә лә юҡ, – тип белдерҙе Владимир Путин.
Читайте нас: