Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 12:55

Ҙур саралар үткәрелмәй йәки икенсе ваҡытҡа күсерелә

Коронавирус пандемияһы арҡаһында бик күп ҙур саралар үткәрелмәй йәки икенсе ваҡытҡа күсерелә. Өфөлә ошо йылдың июлендә булырға тейешле Фольклориада ла уҙғарылмауы мөмкин. Әлегә был һорау буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителмәгән.

Коронавирус пандемияһы арҡаһында бик күп ҙур саралар үткәрелмәй йәки икенсе ваҡытҡа күсерелә. Өфөлә ошо йылдың июлендә булырға тейешле Фольклориада ла уҙғарылмауы мөмкин. Әлегә был һорау буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителмәгән. Башҡортостан коронавирус йоҡторған кешеләрҙе ҡабул итеү өсөн тулыһынса әҙер. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Башҡортостанда коронавирус менән зарарланыу осраҡтары юҡ. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡыҙыу бәйләнеш телефоны булдырылды. 286-58-27 һандары буйынса тәүлек әйләнәһе шылтыратып, көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Шулай уҡ күп каналлы телефон эшләй. Уның һандары: 279-91-20. Өфөнөң коды – 347.
Яңылыҡтар-Юлдаш.
Читайте нас: