Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 16:05

Юл доғаһы

Унынсы класта уҡып йөрөгәндә беренсе тапҡыр военкоматҡа саҡырттыл-ар. Үҙемсә төйнәнеп, әҙерләнеп бөткәйнем, урындыҡ ситенә һаҡҡан әсәйем мине янына ултыртып ҡуйып юл доғаһын уҡып битен һыпырҙы. Ғәмһеҙ ала-барманлығыма барып былай тинем: “Ҡыҫҡа ғына араға доға уҡып мәшәҡәт-ләнмә. Хәҙер тиҙ генә барам да кисҡырын боролам да баһа!” “Улым, юлдың оҙоно, ҡыҫҡаһы булмай, уның хәйерлеһе һәм хәйерһеҙе генә була. Хәйерле сәфәр теләйем!”

Унынсы класта уҡып йөрөгәндә беренсе тапҡыр военкоматҡа саҡырттыл-ар. Үҙемсә төйнәнеп, әҙерләнеп бөткәйнем, урындыҡ ситенә һаҡҡан әсәйем мине янына ултыртып ҡуйып юл доғаһын уҡып битен һыпырҙы. Ғәмһеҙ ала-барманлығыма барып былай тинем: “Ҡыҫҡа ғына араға доға уҡып мәшәҡәт-ләнмә. Хәҙер тиҙ генә барам да кисҡырын боролам да баһа!” “Улым, юлдың оҙоно, ҡыҫҡаһы булмай, уның хәйерлеһе һәм хәйерһеҙе генә була. Хәйерле сәфәр теләйем!” Ул саҡта беҙҙең тарафҡа автобус йөрөмәгәнлектән киттем район үҙәгенә райпоға тауар артынан барған ылауға һағып. Иҫәп - тиҙ генә медосмотр үтеү һәм тотҡарланмай кире ҡайтыу. Ҡайҙа инде, военкоматҡа минән башҡа йөҙҙән ашыу призывник саҡырылған. Бер кабинеттан сығып икенсеһенә инә торғас көн кискә ауышты. Ҡабаланып ауыл осона киттем, мәгәр теге ылауым ҡайтып өлгөргән ине шикелле.Торам юл ҡырында ҡалҡ-ҡан ҡая аҫтында боҫоп. Аяҙ көн төмһәрә төштө, йәнә төнъяҡтан иҫкән ел көс-әйә барып ошоғаса яуған ҡарҙы юғары борхотоп ебәреп февраль бураны ба-шланды, күҙ алдына епшек шаршау тартылғас күк менән ер буталды. Ҡайҙа барырға, кемгә морон төртөргә? Әмәлгә баҡҡандай, ҙур урыҫ ауылында йә таныш-белешебеҙ, йә знакумыбыҙ юҡ. Аптыранып, юғалып ҡалып, япа-яңғ-ыҙым һерәйгәнмен. Төшкө тәнәфес мәлендә ҡырып-юнып барлыҡ аҡсама универмагтан хәтәр кроссовка һатып алғайным, хәҙер тор инде буш кеҫәңде ҡапшап. Аяҡтар сәңкеп өшөй башланы, ҡорһаҡта бүреләр олоно. Шул саҡ әс-әйемдең уҡығандары хәтергә төштө. “Килешмәне, әсәй, доғаң, сәфәрем хәйе-рһеҙ тамамланды… Хәйерле сәфәр теләгәнсе, Хоҙайҙан ун һум аҡса ғына һо-раһаңсы, ул сағында ҡунаҡханала ҡунып сығыу, ашау-эсеү ауырлыҡһыҙ хәл ителер ине”. Шулай тип уйлап та өлгөрмәнем буран өйөрмәһе аяҡтарым осо-на һорған аҡсамды килтереп һалмаһынмы! Телдән ҡалдым, күҙ алдымда ба-шҡарылған мөғжизәгә ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәйем!Тормош көтөү ҡиммәтләнде, йәшәү кимәле ҡайтышланды, аҡсаның баһаһы һәм ҡәҙере төштө хәҙер, ун түгел, мең һум тапһаң да алдыңа ҡуйылған мәсь-әләне хәл итеү мөмкин түгел. Улым юлға сыҡһа мәсеткә барып юл доғаһын уҡытыуҙы ғәҙәт итеп алдым. Күңелемдән генә баламдың, баламдың ғына тү-гел ошо мәлдә сәфәргә сыҡҡан һәммәһенең аяҡ остарына бәләкәй генә уңы-штың, бер килеп тыуған тупһаға алып ҡайтырлыҡ ҡына өмөт осмотоноң ят-ыуын теләйем!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Читайте нас: