Кисә, 16 мартта, Мазовтар ғаиләһендә байрам булырға тейеш булған. Тап ошо көндә ике малайы менән юғалған Артемдың тыуған көнө.
Иргә 38 йәш тулған икән. Ошо уңайҙан “Уфа1” хәбәрсеһе уның атаһы Аркадий Мазов менән һөйләшкән.
"Улыбыҙҙың тыуған көнөн һәр ваҡыт беҙҙең өйҙә билдәләй торғайныҡ. Ғаилә менән йыйылабыҙ: мин, ҡатыным Татьяна, Артем, Эльмира һәм малайҙар. Татьяна табын әҙерләй ине, гел ниндәйҙер яңы аштар бешерергә тырышты, – тигән Аркадий Мазов. – Һәр ваҡыт аҡса бүләк итә инек. Аҙаҡ ул үҙенә нимә кәрәк, шуны һатып ала. Улар етеш йәшәне, шуға күрә ниндәй ҙә бүләк менән аптыратып булмай ине. Бөтәһе лә бар саҡта, нимә бүләк итәһең инде?"
Әле Татьяна менән Аркадий Мазовтарға бик ауыр. Уларҙың берҙән-бер улын һәм ейәндәрен бишенсе ай эҙләп таба алмайҙар.
"Һәр ваҡыт аңлайышһыҙ хәлдә йәшәйбеҙ: иҫәнме-юҡмы икәнлектәрен дә белмәйбеҙ бит. Туғандарыбыҙ беҙгә ярҙам итергә тырыша, тик нимә кәрәк шуны бирә алмайҙар. Ә беҙ тик улыбыҙҙы һәм ейәндәребеҙҙе иҫән килеш күрергә теләйбеҙ. Улар йыш төшөбөҙгә инә. Шулай булғас, ҡайтырҙар тип юрайбыҙ ҙа, тик һаман бер яңылыҡ та юҡ", – ти атай кеше.