18 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.Юғары әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе янаған осраҡта индерелә. Уның сиктәрендә штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә.Район хакимиәтендә лә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үтте.РФ Ауыл хужалығы министрлығы төбәктәргә ике айлыҡ аҙыҡ-түлек запасы туплауҙы тапшырҙы, тип хәбәр ителгәс, ҡайһы бер Европа илдәре магазиндарында кәштәләр бушай башланы ла инде. Бынан бер нисә йыл элек кенә ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ бер нисә тапҡыр артып киткәнен иҫләйһегеҙҙер, моғайын. Быйыл да короновирус арҡаһында шундай ығы-зығы сыҡты. Коронавирус сәбәпле сауҙала өҙөклөктәр булыр, тип халыҡ ҡурҡа, буғай. Айырыуса Мәсәкәү, Петербург ҡалаларында консерва, ярма, макарон изделиелары кеүек оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек байтаҡҡа күберәк алына башлаған. Магазиндарҙа ҡарабойҙай һәм бакалея продукцияһы кәштәләре бүлеү селтәрҙәренең уларҙы ваҡытында тулыландырып өлгөрмәүе сәбәпле бушай. Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, әле Рәсәйҙә ҡара бойҙайға ихтыяж артҡан. Коронавирустан ҡурҡҡан халыҡ ҡарабойҙай ярмаһын һәм бәҙрәф ҡағыҙын күпләп һатып ала башлаған. Халыҡ башҡа төрлө ярмаларҙы ла күпләп ала.Беҙҙә быға юл ҡуйылмаҫ, тип өмөт итәйнек, әммә беҙҙә лә халыҡ паникаға бирелепме, әллә хаҡтар артыуынан ҡурҡыпмы, магазиндарҙа сиратҡа баҫты. Был ығы-зығыны үҙ күҙебеҙ менән барып күрҙек. Ысынлап та, магазиндарҙа сират һыу буйы, кәштәләр бушап ҡалған.Мәҫәлән, ОРС базаһындағы "Шәкәр һәм он" магазинында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Халыҡ тоҡлап-тоҡлап он, шәкәр, ҡарабойҙай, дөгө ярмаһы, макарон изделиялары, сәй, көнбағыш майы, тоҙ ала. Ғәҙәттә бер һатыусы эшләгән магазинда, бөгөн икәүләп хеҙмәтләндерәләр. -Был мәхшәр бишенсе көн дауам итә, - ти һатыусы. - Халыҡ коронавирус сәбәпле сауҙала өҙөклөктәр булыр, тип ҡурҡа, ахыры. Хаҡтарға килгәндә, ысынлап та, яңы килтерелгән тауарҙың хаҡы бер аҙ артты. "Ути-пути" магазинында, мәҫәлән, порошок, бәҙрәф ҡағыҙына ихтыяж артҡан. "Пятерочка" сауҙа селтәрендә лә ҡарабойҙай, шәкәр, макарон изделиялары, антисептик бөткән ине. Тик тауар бөтөп өлгөрмәй, яңыһын килтереп өлгөртөп торалар. Властар был күренештең ваҡытлыса икәнен билдәләй. Граждандарҙы тынысланырға һәм мәленән алда һығымта яһамаҫҡа саҡыралар. Белгестәр ҡарабойҙай, макарон, дөгө һәм башҡа ярмалар һатып алырға ашыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Республикала ошондай продукттар запасы бар. Коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау буйынса брифингта Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев үрҙә әйтеп үтелгән продукттарға хаҡ артмаҫҡа тейешлеген билдәләгән. «Алдан хәүефләнергә кәрәкмәй. Бөгөн беҙҙә еләк-емешкә һәм йәшелсәгә бер аҙ хаҡ артҡан (был миҙгелгә бәйле), ләкин бакалея төркөмө ҡиммәтләнмәгән. Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы аҙнала хаҡ артыу теркәлмәгән».Магазиндарҙа ҡарабойҙай һәм бакалея продукцияһы кәштәләре бүлеү селтәрҙәренең уларҙы ваҡытында тулыландырып өлгөрмәүе сәбәпле бушай. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек бар һәм тағы ла кәмендә ярты йылға етәрлек. "Кеше мейеһе шулай ҡоролған - ниндәйҙер хәүеф тураһындағы мәғлүмәтте ул шунда уҡ эмоциональ рәүештә ҡабул итә. Төрлө яҡтан һаулыҡҡа һәм ғүмергә ҡурҡыныс янау тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ишетеү менән һаҡланыу инстинкты эшләй башлай. Шуға күрә халыҡ үҙе лә һиҙмәҫтән ҡурҡа, паникаға бирелә", - тип белдерә интернет селтәрендә психология фәндәре докторы Мария Киселева.