Мәскәү дауаханаһында коронавирус йоҡторған өлкән йәшәтге ҡатын вафат булған. Уға 79 йәш булған, сәләмәтлеге насарайыу сәбәпле 13 март дауаханаға эләгә, 14 март шәхси медицина ойошмаһына дауаланырға күсерелә. Анализдары вирусҡа ыңғай һөҙөмтә күрһәткәндән һуң № 2 һанлы инфекция дауаханаһына күсерелә һәм шунда вафат була. Пациент төрлө хроник ауырыуҙар менән дә яфаланған, тигән фараз бар.