Нефтекама ҡалаһының дежур часына ҡаланың бер предприятиеһы вәкиле мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, ойошма хеҙмәткәрҙәренә коронавирустан һаҡланыу маҡсатында интернет аша битлектәргә заказ бирә (дауаханаларҙа бөгөнгө көндә битлектәр бөтөнләй юҡ ). 100 һум аҡса күсерә, әммә тауар килмәй, телефондың икенсе осонда шылтыратыуҙарға яуап бирмәйҙәр. Полиция асыҡлауынса, был мутлашыусыларҙың эше булып сыға. Ведомствола етәкселәргә, халыҡҡа иғтибарлы булырға саҡыралар. Тауарҙы һыналған һатыусыларҙан, интернет-сайттарҙан ғына яҙҙырып алыуҙарын һорайҙар.