Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 13:35

Бура һатып мутлашҡан

Өфөлә 40 йәшлек ир ойошторған ҙур мутлашыу схемаһын асҡандар. Ул алдаҡ юл менән 13 кешенең барлығы ике миллион һум аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә.

Өфөлә 40 йәшлек ир ойошторған ҙур мутлашыу схемаһын асҡандар. Ул алдаҡ юл менән 13 кешенең барлығы ике миллион һум аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә.
Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 2016 йылда мутлашыу статьяһы буйынса үткән ир кешеләргә ғәмәлдә булмаған буралар һатып йөрөй. Ул бик шыма эш итә: үҙен бер предприятиеның директоры тип таныштырып, клиенттары менән ялған килешеү төҙөй һәм алдан түләнгән аҡсаны ҡулына төшөргәс, юҡҡа сыға. Әлбиттә, клиенттары төҙөлөш материалдарын көтөп ала алмай.
2018 йылда алдаҡ юл менән табыш алып йышылған ир, элекке клиенттарынан эҙ йәшереү маҡсатында, икенсе фамилия аҫтында эш итә башлай. Был мутлығы уға ике миллион һум "табыш" килтерә.
Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм ришүәткә ҡаршы көрәш бүлеге граждандарҙы төрлө мутлыҡ-алдаҡтарҙан һаҡ булырға, ә инде шулай ҙа уларҙың ҡорбаны булған осраҡта, 8(347)2371960 һандарына шылтыратырға кәрәклеген еткерә.
Читайте нас: