Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 11:00

Ҡобағош Диплом һәм аҡсалата сертификат менән билдәләнде.

“Айыҡ ауыл-2019″ конкурсы йомғаҡтары.

“Айыҡ ауыл-2019″ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан 15 ауылды бүләкләнеләр. Һөҙөмтәләр:
1-се урын — Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы. Уларға 500 000 һумлыҡ сертификат, күсмә вымпел, БР Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом тапшырыла. 2-се урын — Баймаҡ районы, Йылым ауылы. Улар 250 000 һумлыҡ сертификат, БР Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом менән бүләкләнә. 3-сө урынды Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы яуланы. Уларҙы 150 000 һумлыҡ сертификат, БР Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом менән ҡотланылар.
Учалы районының Ҡобағош ауылы 15 финалсы исемлегенә инә алды. Был да ҡаҙаныш! Радий Хәбиров Миндәк ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмаметьеваға Диплом һәм 25 мең һумға аҡса сертификаты тапшыра. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: