«Демография» милли проектына ярашлы, Салауат районының Малаяҙ ауылында 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһында балаларҙың үҫеше өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: киң яҡты бүлмәләр, медицина, логопед кабинеттары, музыка һәм спорт залы бар. Балалар баҡсаһының эргә-тирәһе лә заман талаптарына яуап бирә - уйын һәм спорт майҙансыҡтары менән йыһазландырылған. Әйткәндәй, Салауат районының Янғантау ауылында ла 190 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.