Яҡташыбыҙ – популяр йырсы Радик Юлъяҡшиндың Иосиф Бродский һүҙҙәренә “Не выходи из комнаты…” тип аталған яңы йыр яҙҙырған. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Айҙар Хөсәйенов Фейсбуктағы сәхифәһендә Радик Юлъяҡшинға шиғри формалағы асыҡ хат баҫтырҙы.
“Нынче вирусно и инфа с перехлестом.
Лишь бы все бы сохранилось, бога ради.
Песни петь — оно, конечно, очень просто,
Но зачем же трогать Бродского, мой Радик?” – тигән юлдар бар мөрәжәғәттә.
“Әгәр Башҡортостанда тыуырға яҙған икән, үҙеңә яҡын, ауыл тураһында йырҙар башҡар”, – тип кәңәш итә Айҙар Хөсәйенов Радикка.
Хәбәр итеүебеҙсә, рэп стилендәге яңы йырҙың премьераһы март айында буласаҡ. Әлегә йырсы үҙе был асыҡ хатҡа ҡарата ниндәй ҙә булһа фекерен, ҡарашын белдермәне.
Интернет ҡулланыусыларҙың фекерҙәре төрлөсә: берәүҙәр Элвин Грейҙы әлеге мәлдәге коронавирус сәбәпле тыуған хәлдән файҙаланып дан-шөһрәт арттырырға теләй тип һанаһа, икенселәр, әгәр Радик кеүек йәш ижадсылар шундай классиктарға мөрәжәғәт итмәһә, йәштәр Бродскийҙың ижады ҡайҙан белһен, тигән ҡарашта.