Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
20 Марта 2020, 05:30

Дүртөйлөлә - яңы дауахана

Дүрт ҡатлы бина 6 524 квадрат метр майҙанды биләй.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Дүртөйлө ҡалаһында яңы медицина учреждениеһы асылды. Хәҙер бында 12 мең бала сифатлы һәм заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Ни бары ике йыл эсендә сафҡа индерелгән поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” программаһына ярашлы төҙөлгән. Элек иһә дүртөйлөләр торлаҡ йорттоң беренсе ҡатындағы ҡыҫынҡы поликлиникаға йөрөгән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт ҡатлы бина 6 524 квадрат метр майҙанды биләй. Унда пандус ҡуйғандар, балаларҙың категорияһын иҫәпкә алып, һәр ҡатта санитар бүлмәләр эшләнгән. Бында пациенттар ғына түгел, ә табиптар өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бәләкәстәр өсөн көндөҙгө станционар эшләй, уйын һәм сабыйҙарҙы ашатыу бүлмәләре бар.
"Башҡорттостан".
Фото: bash.news
Читайте нас