Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2020, 10:00

Стоматология кабинеты асылды

"Мәғариф" милли проектының "Сәләмәт йылмайыу" программаһы республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында мәктәптәрҙә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны. Милли проект Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды. Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында райондың башҡа мәктәптәренән дә график буйынса уҡыусылар ҡабул ителәсәк. Уҡыу йылы тамамланыуға тиклем Хәйбулла районының Йәнтеш һәм Бүребай мәктәптәрендә лә стоматология кабинеттары асыу ҡаралған, тип хәбәр ителә. "Башҡортостан" гәзите. Фото: Сәлимә Байгилдина.
Читайте нас