Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының онкология бүлексәһе базаһында хирургия буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелгән. “Һөт биҙендәге яман шеш осраҡтарында радикаль мастэктомия” темаһына уҙғарылған тәжрибә уртаҡлашыуға Республика онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире, юғары категориялы онколог Марат Ғәлиев та килгән. Сара барышында ике радикаль операция ҙур уңыш менән үткән. Марат Ғәлиев 1-се клиник дауахананың онкология бүлексәһендә халыҡҡа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелеүен билдәләгән. Бындай тәжрибә майҙансыҡтары ойоштороу бик файҙалы, тиҙәр табиптар. Республикала ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, кадрҙарҙың белемен камиллаштырыуға, һөнәри кимәлен арттырыуға айырыуса иғтибар бирелә. Мөнирә Әһлиуллина.Фото: tv.rbsmi.ru