Яйыҡ
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
22 Марта 2020, 12:02

Яҡташыбыҙ Ҡарталы ҡалаһында тотолдо

Учалы кешеһе наркосауҙа өсөн 9 йылға төрмәгә ултыртылды

Беҙҙең Учалы кешеһе анһат аҡса эшләргә йыйынған була, ти: күмәртәләп наркотик алыу тураһында интернет аша билдәһеҙ бәндәләр менән килешә, тилерткес матдәне төргәктәргә бүлеп, Силәбе өлкәһенең Ҡарталы ҡалаһында йәшерен урындарға ҡалдырып китә лә, һәр береһе өсөн 200-әр һум “эш хаҡы” тураһында килешә. Ни бары 8 “закладка” ҡалдырып өлгөрә, тип хәбәр ителде (https://kartalinka.ru/20200322-v-kartalah-sudili-zakladchika-narkotikov-2/”. Йәғни, ҡырын эше барып сыҡһа ла, күп тигәндә ни бары 1,6 мең һумға харам юл менән байыр ине..... Шул ваҡытын һәм көсөн йүнле эшкә йүнәлтһәсе икән, күпкә аҡсалыраҡ та, законлы ла булыр ине буғай. Бер тинлек ҡуян, йөҙ мең һумлыҡ зыян, тигәндәй инде.
9 йылға иркенән мәхрүм ителде, тип хәбәр ителде. Наркотик менән сауҙа иткән өсөн бер кемдең дә башынан һыйпамайҙар, яза үтә ҡаты.
Читайте нас