Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе 19 йәшлек Яна Смирнова февраль аҙағында юғала. «Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Екатеринбургтан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Рассоха ҡасабаһында ҡыҙҙың мәйете табыла. Тикшереүҙәр Янаның һығып үлтерелеүен асыҡлаған.
Тәфтишселәрҙә Башҡортостанда йәшәүсе гражданға ҡарата енәйәт ҡылыуҙа шик тыуған. Яна үлгән көндө уға тап ошо егет килгән була. Әммә, йәш кешенең аңлатыуынса, ул ҡыҙҙы иҫән килеш өйөнә тиклем оҙатҡан һәм шул көндө үк ағаһы менән бергә ҡайтырға юлланған.
Янаның яҡындары, егет ҡыҙҙы ҡыҙғаныу сәбәпле үлтергән, тип фараз итә.
Ғәйепләнеүсе әле ҡулға алынған. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эше бара.
Фото социаль селтәрҙәрҙән.