Үткән ял көндәрендә беҙҙә “сыйырсыҡ бураны” булды буғай. Иң ҡабалан сыйырсыҡтар ҡайтыуын ҡайтты (18-19 март күргәндәр), әммә ояларын ҡарап сыҡҡас, күпмелер ваҡытҡа йәнә ғәйеп булдылар. Ололарҙың әйтеүенсә, көн боҙолғанда, йәғни “сыйырсыҡ бураны” ҡупҡанда урманға, ышығыраҡ урынға китеп торалар. Башҡортостанға тәүге аҡҡоштар ҙа ҡайтҡан, ти. Ҡоштар Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында ял итергә туҡтаған, тип хәбәр итәләр «Башҡортостан» милли паркынан. Ғәҙәттә, аҡҡоштар көньяҡтан апрель уртаһында әйләнеп ҡайта. Уларҙың иртә килеүе төбәктәге йылы һауа торошо менән бәйлелер, моғайын.