ФИНИК емешенең файҙаһы бик ҙур
Финикты “ҡатын-ҡыҙҙар емеше” тип тә йөрөтәләр икән. Ул бәпес көткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик тә файҙалы, токсикоз ваҡытын еңелләштерә, организмды тейешле витаминдарға байыта, ҡан тамырҙарын нығыта, артыҡ һыуҙы сығара, шешенеүҙән дә һаҡлай. Эс ҡатыуҙы булдырмай.