Бәлеш өсөн:-Өс төрлө ит -Һуған -Картуф -Тоҙ- борос -әнис -ҡаймаҡ -он -һөт -үҫемлек майы кәрәк буласаҡ. Һөт, ҡаймаҡ, тоҙ, көнбағыш майы, он ҡушып ҡамыр баҫҡас, уны ҡаплап, бер аҙға ситкә ҡуйып торабыҙ. Эслек өсөн һарыҡ, ҡаҙ, һыйыр иттәрен ваҡлап турайбыҙ. Уға шаҡмаҡлап туралған картуф, һуған, тоҙ, борос, әнис һибеп болғатабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҙурыраҡ йәймәне табаға бәлеш төбө итеп һалабыҙ. Эслекте тултырғас бәлештең өҫтөн ҡаплайбыҙ, ситтәрен матур итеп биҙәкләп сығабыҙ. 180-200 градусҡаса ҡыҙҙырылған мейестә бәлеш ике сәғәт самаһы бешә. Ашығыҙ тәмле булһын!