Коронавирус пандемияһы сәбәпле ресторан-кафелар, ял итеү урындары бушай башланы, транспорт компаниялары ҙур юғалтыуҙар кисерә. Рәсәй “Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” берекмәһе эшҡыуарҙар араһында тикшереү башҡарҙы. Коронавирус һалыуы арҡаһында 3 миллион эшҡыуарлыҡ субъекты эшмәкәрлекте туҡтатып тороуы йә бөтөнләй ябылыуы ихтимал, тигән һығымта яһала, 8,6 миллион кешенең эшһеҙ ҡалыуы бар, ти. Был осраҡта илдә эшһеҙлек әлеге 4 проценттан 14 процентҡа етеүе мөмкин, тип төҫмөрләйҙәр. Ярар, баш иҫән булһын, Хоҙай көнөн бирһә, йүнен дә бирә ул!