Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 17:15

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Был коронавирус менән паникаға бирелергә саҡырмайбыҙ, әммә хәл, ысынлап та, хәүефле. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар, тиҙәр бит. Бөгөнгө көндә ул барыһы өсөн дә актуаль. Коронавирус ҡоторған сит илдәрҙә йәшәгән бер нисә яҡташыбыҙ менән аралашырға тура килде һәм бына улар нимә ти:

- Италияла ун йылдан ашыу йәшәйем. Үҙебеҙҙә эш булмағас, сығып китергә тура килгәйне. Ысынлап та, бөгөнгө көндә бында хәлдәр бик насар. Итальяндар ҙа тәүҙә Ҡытайҙа вирус ҡотора башалғас, беҙгә килеп етмәйәсәк, тип уйлағандар ине. Власть вәкилдәренең иҫкәртеүҙәрен тыңламанылар, халыҡҡа урамға сыҡмай өйҙә ултырырға бойороҡ булды, әммә уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманылар. Итальяндар үҙ-ара аралашырға бик ярата, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Кәйеф-сафаны ныҡ яраталар, кистәрен ресторан-кафеларҙан ҡайтманылар, һыра-шарап эсеп, йырлашып ултырҙылар. Ана шул өйлөгөшөп йөрөргә яратыуҙары коронавирустың артабан шашыуына булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым. Полиция урамдар буйлап дежур ойошторғанда ла төрлө сәбәп менән өйөнән сығып йөрөүселәр табылды. Уларға ҡарата штрафтар һалынды. Бөгөн күрәһегеҙ Италия ниндәй хәлдә. Ойошма-предприятиелар эшләмәй, производство тулыһынса туҡтаны. Урамда кешеләр йөрөмәй, барыһы ла карантинда өйҙә ултыра, аҙым һайын полиция, хәрбиҙәр тора. Кемдәр режимды боҙа – ҡаты штраф, яза ҡаралған. Зинһар өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Ҡулығыҙҙы даими рәүештә һабынлап йыуығыҙ, өйөгөҙҙә дезинфекция үткәрегеҙ, урамда, кеше күп урында йөрөмәҫкә тырышығыҙ, - ти бер яҡташыбыҙ.
Читайте нас: