24 мартта интернетта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының яңы проектының премьераһы булды. Селтәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса роликтар циклы баҫылды: «Башҡорт теле: яңы ҡараш». М.Аҡмулла исемендәге БДПУ булышлығында Башҡортостан башлығының Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантына 10 видеосюжет төшөрөлдө.
Фонд директоры һәм проект кураторы Гөлназ Йосопова һүҙҙәренсә, башҡорт телен өйрәнеү роликтары башлыса һәр шишәмбе социаль селтәргә һалына.
Сюжеттар киң аудиторияға иҫәпләнгән. Яңы цикл «Бергәләп башҡортса» циклының логик дауамы булып тора, ләкин күберәк үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
Сюжет өсөн махсус рәүештә «Бүреләр» рок төркөмө лидеры Илшат Абдуллин һәм Диләрә Иҙелбаева башҡарыуында йыр яҙҙырылды. Сюжеттарҙы аниме стилендә биҙәүсе – йәш башҡорт рәссамы Айназа Ҡараҡай. Шулай уҡ роликтар өҫтөндә режиссер, оператор һәм тауыш режиссеры Роман Пожидаев, инфографика режиссерҙары Таңсулпан Бураҡаева һәм Петр Карсагов эшләне.
Башҡорт кинематографы темаһына арналған беренсе программаны һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1429751-v-internete-opublikovan-tsikl-rolikov-po-izucheniyu-bashkirskogo-yazyka/