Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 16:21

Әлегә килмәй тороғоҙ!

Учалы районының власть органдарына хат, телефон йә интернет аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Эйе, коронавирус таралыуҙы профилактикалау сараларын үтәүҙә үрнәкте түрәләр үҙҙәре күрһәтергә тейеш. Район хакимиәте хәбәр итте: район хакимиәте башлығы һәм хакимиәттең вазифалы кешеләре граждандарҙы шәхсән рәүештә ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтата.
Ғаризаларҙы ҡалдырыу өсөн хакимиәттә махсус йәшник ҡуйылды (эш көндәрендә, 8.00-17.00 сәғәттәрҙә һалырға мөмкин)
Хат яҙыу өсөн адрес -: 453700, г. Учалы, ул. К.Маркса, д. 20.
Белешмәләрҙе 8 (34791) 6-21-33 телефоны аша алырға мөмкин.
Тулы мәғлүмәт -https://uchaly.bashkortostan.ru/presscenter/news/263797/
Читайте нас: