Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 17:30

Яуаплылыҡ юҡ

"Роспотребнадзор” ҡушыуы буйынса Рәсәйгә сит илдән килгән, ҡайтҡан һәр кем 14 көн дауамында карантинда булырға тейеш. Баш ҡалала һәм республикала ошондай шарттарҙағы граждандарҙың хәлен һәм закондың үтәлешен тикшереү өсөн махсус эш төркөмдәре булдырыла башланы. Ул социаль хеҙмәткәрҙән һәм көс структураһы вәкиленән тора. Учалыла ла ошондай төркөм булдырылды. Улар 23 мартттан алып сит илдән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың режимды үтәйҙәрме-юҡмы икәнен тикшереүгә тотондо. Сираттағы рейдҡа беҙ ҙә ҡушылдыҡ. “Ихтирам” социаль хеҙмәт күрһәтеү хеҙмәткәре Гөлдәр Шәрипова һәм Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге вәкиле менән сит илдән ҡайтыусыларҙың өйҙәренә юлландыҡ.

"Роспотребнадзор” ҡушыуы буйынса Рәсәйгә сит илдән килгән, ҡайтҡан һәр кем 14 көн дауамында карантинда булырға тейеш. Баш ҡалала һәм республикала ошондай шарттарҙағы граждандарҙың хәлен һәм закондың үтәлешен тикшереү өсөн махсус эш төркөмдәре булдырыла башланы. Ул социаль хеҙмәткәрҙән һәм көс структураһы вәкиленән тора. Учалыла ла ошондай төркөм булдырылды. Улар 23 мартттан алып сит илдән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың режимды үтәйҙәрме-юҡмы икәнен тикшереүгә тотондо. Сираттағы рейдҡа беҙ ҙә ҡушылдыҡ. “Ихтирам” социаль хеҙмәт күрһәтеү хеҙмәткәре Гөлдәр Шәрипова һәм Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге вәкиле менән сит илдән ҡайтыусыларҙың өйҙәренә юлландыҡ. Бөгөн исемлектә 42 кеше, улар араһында һуңғы арала Ҡаҙағстандан, Вьетнамдан, Германиянан, Берләшкән Ғәрәп Эмираттарынан, Доминикананан, Франциянан һәм башҡа илдәрҙән ҡайтыусылар бар. Исемлек көн һайын тулыланып тора. Әйткәндәй, үҙәк ҡала дауаханаһының табип-эпидемиологы Мәүлиҙә Зәйнәкәева әйтеүенсә, 23 мартҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса һуңғы ике аҙна эсендә ҡала-районыбыҙға сит илдәрҙән 200-гә яҡын кеше килгән. Барыһы ла ике аҙна мотлаҡ карантинда ултырырға тейеш, сөнки уларҙың хәүеф сығанағы булыуы ихтимал.Эшсе төркөм көндөң яртыһында ауылдар буйлап йөрөп сыҡҡан. Төштән һуң ҡалала йәшәүселәр тикшерелде.
- Ауыл халҡы ни тиһәң дә был хәлгә яуаплы ҡарай. Адрестар буйынса барыһы ла өйҙә булып сыҡтылар. Режимды теүәл үтәйҙәр, бер кем, бер ҡайҙа китмәгән, - тине Гөлдәр Шәрипова.
Тәүҙә Горький урамындағы йорттағы фатирға барабыҙ. Эш ваҡытында беҙҙе алдан уҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген иҫкәрттеләр. Фатирҙарға инмәйбеҙ һәм аралашыу тик телефон, домофон аша ғына. Шулай уҡ битлектәр һәм антисептиктар ҡулланабыҙ.
Тәғәйен адрес буйынса оло ҡатын яуап бирҙе. Баҡтиһәң, уның ҡыҙы күптән түгел сит илдән ялдан ҡайтҡан икән. Әммә фатирҙа теркәлгән генә, ә үҙе Мәскәүҙә йәшәй. Әсәһенә шылтыратып, Мәскәү эргәһендә карантинда ятыуын хәбәр иткән.
Башҡортостан урамындағы фатирҙа күпме генә көтһәк тә домофонға яуап биреүсе булманы. Гөлдәр Шәрипова исемлектәге фаимилиялар эргәһенә “өйҙә юҡтар” тип теркәп ҡуя. “Батшалар биҫтәһе”нең Зәки Вәлиди урамындағы коттежда ла бер кемде лә тап итмәнек. Үрелеп ихата эсенә күҙ һалабыҙ. Ингән-сыҡҡан аяҡ эҙҙәре ярылып ята. Бында йәш ғаилә йәшәй, улар күптән түгел Вьетнамдан ҡайтҡандар. Бынан алыҫ түгел, Әхмәтғәлин урамындағы йортта ла өйҙә булмай сыҡтылар. Режимды боҙоп ҡайҙа йөрөйҙәрҙер, билдәһеҙ. Кем белә, бәлки эштәләрҙер? Уйҙарымдан ҡурҡыуға ҡалам, улар вирус сығанағы ла булыуҙары ихтимал бит. Шуны аңлайҙармы икән? Режимды боҙоп, урамға сығыу ҡәтғи тыйылһа ла, ҡолаҡтарына элмәгәндәр. Ғөмүмән, унға яҡын адрес буйынса йөрөп сыҡтыҡ, һөҙөмтәлә күптәре өйҙә булмай сыҡтылар (йәғни карантинды боҙғандар), бер нисә кешенең хәбәр иткән адрес буйынса йәшәмәүе билдәләнде.
Читайте нас: