Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 10:15

50 кешенән артыҡ йыйылырға ярамай

Йәмәғәт туҡланыуы урындарында залда 50 һәм унан да күберәк кешеләр бер юлы булырға тейеш түгел.

23 марттан 1 апрелгә тиклемге мәктәп каникулында өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге туҡтатыла. 2 апрелдән белем биреү учреждениелары дистанцияла уҡытыу формаһына күсергә тейеш.
Документ шулай уҡ күңел асыу һәм ял учреждениеларының, физик культура һәм спорт объекттарының, шул иҫәптән бассейндарҙың, фитнес-үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген туҡтата.
Унан тыш, йәмәғәт туҡланыуы урындарында залда 50 һәм унан да күберәк кешеләр бер юлы булырға тейеш түгел. Иҫәпләшеү формаһы күп осраҡта ҡулаҡсаһыҙ булырға, кешеләрҙе дистанцияла хеҙмәтләндереүгә өҫтөнлөк бирелергә тейеш.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын биреүҙе ойоштороу зарур, шул иҫәптән дистанцияла белем алған осорҙа ла.
фото интернет
Читайте нас: