"Үлемһеҙ", "Ҡурҡыу белмәҫ яҡташтар!" был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн. Әлеге ваҡытта донъялағы ҡурҡыныс хәлдәргә ҡарамаҫтан, сит илдәрҙә сәйәхәт ҡылыусы, эш менән һәм башҡа сәбәп менән барған яҡташтарыбыҙ өсөн мөһим мәғлүмәт! Кем дә кем әле сит илдә йәки яҡындарығыҙ унда икән, тиҙ арала был мәғлүмәтте таратығыҙ. Бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 14.00 сәғәткә тиклем сит илдәрҙәге барлыҡ Рәсәй туристарына үҙҙәре тураһында илдең Сит ил эштәре министрлығы сайтында белдерергә кәрәк. Был исемлек беҙҙең кешеләрҙе тыуған яғына алып ҡайтыуҙы ойошторор өсөн кәрәк. Әле һаман ситтә бик күп республика кешеһе ҡала килә. Эйе, беҙ аҡсаһыҙ һәм билетһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итәбеҙ, тик эште теүәл ойошторор өсөн һеҙҙең турала мәғлүмәт кәрәк. Ошо турала бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. Бының өсөн Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы сайтында теркәлергә кәрәк: https://sos.midhelp.ru/from_users/route_registration/
Теркәлеү менән ауырлыҡтар килеп сыҡҡан осраҡта, сит илдәр министрлығының теркәү формаһы мәғлүмәттәрен республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының почтаһына ебәрегеҙ: foreign@bashkortostan.ru йәки What’s app: +79174077484".