Коронавирус һалыуы беҙҙе “терпе”ләргә әйләндерә: бер-беребеҙгә яҡыныраҡ килгән һайын, бер-беребеҙҙе яралауыбыҙ ихтимал. Үлтергәнсе яралау ҙа булмаҫтай хәл түгел.
Ҡәҙерле дуҫтар, етәкселектең күрһәтмәһе буйынса, әлегә редакцияға килмәй тороуығыҙ һорала. Хат аша, телефон йә интернет аша ғына ваҡытлыса бәйләнеш тотайыҡ. Редакцияға инеү урынында махсус йәшник ҡуйылды, хат-мөрәжәғәттәрҙе унда ҡалдырырға ла мөмкин.
Ҡотлау, иғлан килтергән граждандар, температуралары үлсәнгәс , Учалы мәғлүмәт үҙәге бинаһына индерелеүен индерелә, әммә кассанан ары китрергә бары ярамай.
Иҫән-һау булайыҡ, әлеге бәлә-ҡазалар ҡурҡыныс төш кеүек кенә үтеп китһен!