Яйыҡ
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 18:15

Испанияны ла аямай

Сит илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙан хәл-әхүәлдәрен белешеүҙе дауам итәбеҙ. Был юлы Испаниянан хәбәр алдыҡ Ольга ханым (исемен атамауҙы һораны) Испанияға биш йыл элек йәшәргә киткән.

- Бөгөнгө көндә айырыуса коронавирус Мадрид халҡына һөжүм итә. Белеүегеҙсә, Испанияла тәүлегенә 600-ҙән ашыу кеше вафат була. Улар араһында иң күбе оло йәштәгеләр, 40-45 йәштәгеләр ҙә бар. Крематорийҙар (Европала үлгәндәрҙе яндырыу урындары) бер туҡтауһыҙ эшләй, әммә, шуға ҡарамаҫтан, өлгөрмәйҙәр. Үлгән кешеләрҙе ҡуйырға урын юҡ, ахырҙа ҙур Боҙ һарайын хужаһы ваҡытлыса морг итеп бирергә ризалашҡан, тип ишеттек. Хәҙер вафат булыусыларҙы шунда алып барып һалып торалар, ишетеүемсә, унда 0 градус температура, мәйет боҙолмай тиҙәр. Ҙур күргәҙмә үҙәктәрен дә мәйеттәрҙе ваҡытлыса ҡуйыу урыны итеп алғандар, тиҙәр. Иң күңелде өшөткәне, дауаханала ауыр хәлдә ятҡандарға яҡындарын индермәйҙәр. Сөнки вирус йоғоуы ихтимал, шулай итеп сирлеләр туғандары менән хушлаша алмайынса яҡты донъянан китәләр. Табиптар, дарыуҙар етешмәй, етмәһә ул коронавирусты нимә менән дауаларға ла белмәйҙәр бит әлегә. Әле Испанияға халыҡ-ара ярҙам килеп етте, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тип көтәбеҙ. Беҙ инде урамға сыҡмайбыҙ, өйҙә карантинда ултырабыҙ. Витаминдар, әфлисун һуты эскән булабыҙ. Мутлашыусылар бик күбәйҙе, социаль селтәрҙә вирустан ярҙам итә тип, төрлө препараттар тәҡдим итәләр, хаҡтары ла юғары. Халыҡ аңын-тоңон белмәй һатып ала. Был мәхшәр ҡасанға тиклем һуҙылыр, әлегә билдәһеҙ. Аҙыҡ-түлекте нигеҙҙә онлайн аша алдырабыҙ. Унда ла курьерҙар пакеттарҙы ишек төбөнә ултыртып ҡына китә, шундуҡ сығып алмайбыҙ, тәүлек, ике тәүлек ултырырға мөмкин, - ти Ольга ханым.
фото https://aif.ru/health/coronavirus/gospital_madrid_ispaniya_ne_spravlyaetsya_s_atakoy_koronavirusa
Читайте нас