Дарыуханаларҙа битлектәр юҡ, ә коронавирустан һаҡланыу өсөн улар бик кәрәк беҙгә. Ниһайәт, Учалы тегеү фабрикаһы проблеманы хәл итеүгә өлөшөн индерә. Бөгөндән башлап предприятие көнөнә 3 000 дана битлек тегеп һатыуға сығарасаҡ. Әлегә тиклем көнөнә 500 дана тегәләр ине. Битлектәрҙе күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин, бер нисә сәғәттән һуң йыуып, эҫе итеп үтекләп кейәһең. Битлектәрҙе Тегеү фабрикаһының Тыныслыҡ урамы 14-се йортоноң подвалында урынлашҡан магазинында һатып алырға була. Бөгөн генә 200 дана һатҡандар ҙа инде. Хаҡы - 30 һум. Әммә шуныһы бар, бер кешегә өсәүҙән артыҡ битлек һатылмай.